|
Автор: Минйән Зарипов.
|
|
Арыҫлан ауыҙы Арыҫлан ауыҙы - львиный зев - барыбыҙға ла билдәле, беҙҙең төбәктә киң таралған талымһыҙ сәскә. Уның йәшеллек донъяһына килеп кереүенең дә үҙ тарихы бар икән. Ул боронғо Грециянан башлана. Риүәйәттәрҙә һөйләнеүенсә, Геркулес (Мифологик герой, гректарҙың юғары Аллаһы, яуым-төшөм, ел-дауыл батшаһы Зевс һәм уның ҡатыны үлемле Алкменаның улы. Ғәҙәттән тыш көслө кеше) үҙенең киң билдәле ун ике батырлығының береһе - Немея арыҫланы (Грециялағы Немея үҙәнлеген ҡоротоусы, бөлгөнлөккә төшөрөүсе ҡот осҡос януар) менән көрәшә. Һөҙөмтәлә, уны тау араһына ҡыҫырыҡлап керетә һәм шунда быуып үлтерә. Һуңынан вәхши йыртҡыстың тиреһен үҙ өҫтөнә ябынып йөрөй. Геркулестың һоҡланғыс батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында Флора (гректарҙың йәшлек һәм сәскәләр аллаһы) ауыҙынан ҡан күбектәре бөркөп, әле генә үкереп, Геркулесты ботарлап ташларға әҙер торған арыҫлан башына оҡшаған сәскә барлыҡҡа килтерә. Гүзәл сәскәнең ғүмере оҙон була. Ҡан тамсылары күренеп торған уның ҡыҙғылт-һары ауыҙы хәҙер бар тереклекте ҡомһоҙланып ашап бөтөрөү түгел, ә умарта ҡорттарын үҙенең татлы нектары менән һыйлау өсөн асыла. Үткән быуаттарҙа Арыҫлан ауыҙы сәскәһен халыҡ убырлы ҡарсыҡтар сихырынан арыныу маҡсатында ла, ғаиләләге айырылышҡан ир менән ҡатынды яңынан ҡауыштырыу сараһы итеп тә файҙаланған. |
|
Подробнее...
|
|
Автор: Контент-менеджер
|
|
Ике бүлмәле фатирҙа үҙем генә йәшәйем. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ай һайын артҡандан-арта. Әлеге мәлдә 2 мең һум түләйем. Хаҡтарҙы ниндәй тариф менән иҫәпләйҙәр? Р.Мәзитова. Һеҙҙең һорауға БР Адвокаттар коллегияһының коммерцияға ҡарамаған филиалы адвокаты Флүрә Миниүәли ҡыҙы Ғәфүрова яуап бирә. Фатир хужалары өсөн Дөйөм милекселәр йыйылышы үткәрелергә тейеш. Бөтә һорауҙар ҙа шунда хәл ителә. Һеҙҙе борсоған һорауҙар менән “Торлаҡ коммуналь заказсыһы” йәмғиәтенә (Дзержинский урамы, 4) мөрәжәғәт итергә мөмкин. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы редакцияға яҙып ебәрегеҙ йәки 32-47-60 телефонына шылтыратығыҙ. |
|
Автор: Махсус битте Гөлнора Йәмилева әҙерләне.
|
|
Ислам динендә бала төшөрөү ҙур гөнаһ һанала. Сөнки бындай эште башҡарыу әҙәм балаһының ғүмеренә ҡул һалыу тигәнде аңлата. Бала тыуғанға тиклем үк әсә ҡарынында кеше була. Ҡөрьән Кәримде уҡып, сабыйҙың өс этапта яралғанын беләбеҙ. Сабыйға 121 көн тулғас, уға йән керә. Дин ғалимдары яралғыны беренсе 40 көндә алдырыу гөнаһ түгел, ти. Ә инде 40 көндән һуң, бигерәк тә балаға йән кергәс, аборт яһатыу кеше үлтереүгә тиң. Бындай аҙымға барғанда ҡатын-ҡыҙҙар нимә тураһында уйлай икән? Ғәзиз балаһына ҡул һалып, кем рәхәт күреп йәшәй һәм бәхетле була алһын? Ҡөрьән Кәримдә, “Йософ“ сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә лә : “Дөрөҫлөктә, гөнаһлы кешеләр бәхетле була алмай“, - ти. Улар тормоштағы ҡайһы бер шатлыҡлы миҙгелдәрҙе генә бәхет тип күрергә мөмкин. Хәҡиҡәттә иһә бәхет ҡапҡаһы ябыҡ тора. |
|
Подробнее...
|
|
|
Автор: Минйән Зарипов.
|
ти 87 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлиәкбәр УсмановЯңы ғына никахҡа кергән егет менән ҡыҙҙай йылмайышып бер-береһенә ҡарап торған, тәүге һөйөү хистәрен бөгөнгә тиклем түкмәй-сәсмәй һаҡлаған Ғәлиәкбәр бабай менән 80 йәштә лә һөйкөмлөлөгөн юғалтмаған Гөлшәмсә әбей менән “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уҙған матур сара - законлы никахҡа кереп, бер ғаилә булып йәшәүҙәренә 60 йыл тулған парҙарҙы ҡотлау кисәһендә танышырға насип булды. Байрам тантанаһында юбилярҙың ҡыҫҡаса биографияһы, һуғыш йылдарындағы аслыҡ-яланғаслыҡта баштан үткән михнәттәре һәм уларҙың ярты быуат дауам иткән намыҫлы хеҙмәт юлы тураһында һөйләнелде. Ҡала хакимиәте вәкиле БР Президенты Указы буйынса Усмановтарҙы ҡайнар ҡотлай һәм бүләк тапшыра. Бабай ҙа яуапһыҙ ҡалмай. Үҙ сиратында ул иғтибар һәм бүләк өсөн ҡала һәм республика етәкселегенә рәхмәт белдерә һәм үҙ хәләленә боролоп: “Балалар, беҙҙе мөхәббәт йәшәтә. Мөхәббәтле йөрәк ҡартаймай“, - тигәйне. Әлеге серле һүҙҙәр артында тағы ла ниҙәр барлығын белеү, дөрөҫөрәге, Ғәлиәкбәр бабай менән Гөлшәмсә әбейҙең мөхәббәт тарихы менән яҡындан танышыу теләге мине Усмановтар йәшәгән фатирға алып килде. |
|
Подробнее...
|
|
Автор: Илмира Хәйбуллина.
|
|
17 ғинуарҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәш буйынса оперативниктар полицияның патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 33, 27 һәм 26 йәшлек Салауат егеттәрен каннабис (марихуана) һатҡаны өсөн тота. Ҡулға алыныусыларҙың береһенең фатирында эҙләү үткәргәндә 1 килограмм был наркотик төрө табыла. Йома бер нисә Салауат кешеһе өсөн көтмәгән ваҡиға менән башлана. Улар тышҡа сығыу менән йорт алдында ҡалдырылған автомобилдәренең номеры юҡ булыуын күрә. Тик машиналарының дворнигы аҫтына: «Әгәр автомобиль номерҙарын ҡайтарырға теләһәгеҙ, шундай номерға шылтыратығыҙ», тигән яҙыу ғына ҡыҫтырылған була. Зыян күреүселәрҙең икәүһе шылтырата, уларға терминал аша 2 мең һум күсерергә тәҡдим ителә. Дәүләт номерҙарын бындай шарт менән ҡайтарыуға бер кем дә риза булмай. Кешеләр урлашыу тураһында ғариза менән полицияға мөрәжәғәт итә. Яуыз ниәтле кешеләрҙе билдәләү буйынса тикшереү алып барыла. |
|
Автор: Гөлнора Йәмилева.Анастасия Новодержкина
|
|
“Салауатспортсервис” йәмғиәте спортсылары тураһында Ирҙәр һәм үҫмерҙәр араһында үткән кекусинкай каратэһы буйынса БР Беренселегендә “Салауатспортсервис” ЯСЙ тәрбиәләнеүселәре Артур Исхаҡов һәм Камил Ишморатов көмөш миҙал яуланы. Артур 80 кг тиклемге ауырлыҡта ирҙәр араһында икенсе урынды ала, ә Камил үҫмерҙәр араһында 50 кг-нан ауырыраҡ категория буйынса. Ярыштар Туймазыла үтте. Салауатты 4 спортсынан торған команда яҡланы. Беренселектә Благовещен, Өфө, Миәс, Межгорье, Туймазы ҡалалары һәм Талбазы ауылы вәкилдәре лә ҡатнашты. |
|
Подробнее...
|
|
|
|
|
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>
|
|
Страница 1 из 298 |